<?xml version="1.0" encoding="UTF-8"?><song><lyrics>[V1]
.Ebm            Db
 Күпме кеше был фани донъяға
.B             Db    Bb
 Шул хәҙәрем яҙмыштар яҙыла
.B            Db
 Берәү илай, йәштәрен йәшермәйсә
.Abm            Bb
 Берәү сабыр итеп, һәр һәлгә түҙә
.Ebm            Db
 Кемдер ҡайғыһын шешә төбөнә һала
.B            Db     Bb
 Кемдер ағыу ҡаҙай тамырҙарына
.B           Db
 Ә кемдер ҡайғыларға бирешмәй
.Abm             Bb
 Көн - төн хәлдән тайып Эшләй эшләй эшләй

[C1]
.     Abm
   // Һин генә Ғайса сабырлыҡ бир беҙгә
.  Ebm            Bb
   Һин генә беҙҙең ҡайғыларҙы ерлә
.  Ebm          Db
   Һиндә генә һәр кем тапһа икән
.  Abm        Bb    Ebm
   Тыныслыҡ ғонаһлы йәненә //

[V2]
 Кедер бала табып уны ташлап китә
 Ә кемдер ул баланы үҙенеке итә
 Кемдер хыянат итеп хәләл ефеткә
 Ғаиләһен ташлап башҡа ергә, китә китә
 Берәү аҡса йыйа бәхет күреп байлыҡта
 Берәү данланам тип иблискә йәнен һата
 Кемдер бөгөн мохтаж бер телем икмәккә
 Кемдер майына сыҙамай һимереп һикерә

[V3]
 Кемдер бөгөн поезд аҫтына ташлана
 Кемдер муйынға таш тағып һыуға бата
 Кемдер иҫереп һыуыҡта туңып үлә
 Кемдер наркотиктан айнымай үлеп китә
 Күптәр терактарҙа гәйепһеҙ башын һала
 Күптәр йәштәй хуғыштарҙа үлеп ҡала
 Ә кемдер теләмәй башҡа көрәшергә
 Башын бауға тығып ваҡытһыҙ китә китә</lyrics>
<title>Яҙмыштар</title>
<author>Рәсимә Мөхәмәтшина</author>
<key>Ebm</key>
</song>